11 ОКТЯБРЬ – БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ КӨНӨ!

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры Башҡортостан Республикаһының тыуған көнө менән ихлас күңелдән ҡотлай! Республика көнө тыуған яғыбыҙҙың уңыштары өсөн хаҡлы рәүештә ғорурлыҡ тойғолары уята, киләһе көнгә ышаныс тыуҙыра, Башҡортостаныбыҙҙың киләсәге беҙҙең һәр беребеҙгә бәйле. Ошо иҫтәлекле көндә барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, ғаиләләрегеҙгә именлек, изге башланғыстарҙа уңыштар һәм бәхеттәр теләйбеҙ! Башҡортостан! Һинең гүзәллеккә Тиң […]
Театрҙағы байрам саралары

11 октябрь – Башҡортостан Республикаһы көнө. Ошо уңайҙан театрҙағы сараларҙы иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: Театр сәхнәһендә: “Хыялый” лирик комедияһы (С.Әбүзәр пьесаһы буйынса, режиссеры А.Йәнбәков). Башлана: 19.00 сәғ. Онлайн: “Шиғриәт кисәһе”. Театрҙың артистары башҡарыуындағы шиғри шәлкемдәр матур бейеүҙәр, моңло йырҙар менән үрелеп бара. Тамаша 17.00 башлана (Мәскәү буйынса 15.00) Кисәне ҡарау өсөн һылтанма Тамашаны ҡарау бушлай. Теркәлеү кәрәкмәй. […]
СТӘРЛЕТАМАҠ БАШҠОРТ ДРАМА ТЕАТРЫНА ИЛШАТ ЙОМАҒОЛОВ ИСЕМЕ БИРЕЛДЕ!

Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһенең Башҡорт драма театрына драматург, педагог, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Илшат Йомағоловтоң тыуыуына 90 йыл тулыу уңайынан ойошторолған тантанала шәхескә бюст ҡуйылды һәм уның исеме бирелде. Илшат Йомағолов Стәрлетамаҡ Башҡорт драма театрының ижади коллективын ойоштороуға башланғыс һалған. Республиканың театр сәнғәте тормошондағы тарихи ваҡиғаға саҡырылған ҡунаҡтар йыйылды. Сарала шулай уҡ Илшат Йомағоловтың […]
ҺАУМЫ, 103-СӨ ИЖАД МИҘГЕЛЕ!

Кисә М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры 103-сө ижад миҙгелен асты. Көндөҙ йола буйынса театрҙың ижади коллективы СССР-ҙың халыҡ артисы Арыҫлан Мөбәрәков, Башҡортостандың халыҡ шағирҙары Мостай Кәрим һәм Мәжит Ғафури һәйкәлдәренә сәскәләр һалды. Башҡорстотандың халыҡ артисы Илдар Ғүмәров “Коллегаларыбыҙ һәйкәлдәренә сәскәләр һалыу традиция ғына түгел, ә мәҙәниәтебеҙҙе һаҡлау, тыуған телебеҙҙе популярлаштырыу буйынса үҙенә күрә бер […]
18 ҺӘМ 19 ОКТЯБРҘӘ БАШДРАМТЕАТР ГАСТРОЛГӘ ЮЛЛАНА

М.Ғафури ис.Башҡорт академия драма театры – Күмертауҙа 18 октябрҙә “Күмерселәр” Мәҙәниәт һарайында 13.30 һәм 19.00 сәғәттә – “Ат уйнатып алдан бара!..” спектакле Билеттар мәҙәниәт йорто кассаһында, Пушкин картаһы ғәмәлдә. М.Ғафури ис.Башҡорт академия драма театры – Шишмәлә 19 октябрҙә Район мәҙәниәт һарайында 13.00 сәғәттә – балалар өсөн “Мираликундия” әкиәте 19.00 сәғәттә – “Мин һинең ҡәйнәң булам” […]
ЯҢЫ ИЖАД МИҘГЕЛЕН АСАБЫҘ

6 октябрҙә М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры 103-сө ижад миҙгелен аса. Көндөҙ йола буйынса артистар һәм театр хеҙмәткәрҙәре СССР-ҙың халыҡ артисы Арыҫлан Мөбәрәков, Башҡортостандың халыҡ шағирҙары Мостай Кәрим Һәм Мәжит Ғафури һәйкәлдәренә сәскә һала. Кисен театр сәхнәһендә былтырғы миҙгел премьераһы – Зифа Ҡадырова әҫәре буйынса “Һинһеҙ килгән яҙҙар” мелодрамаһы күрһәтелә. Спектаклде ҡуйыусы режиссер – […]
ХАЛЫҠ-АРА ОЛОЛАР КӨНӨ МЕНӘН!

ҠӘҘЕРЛЕ ДУҪТАР! Халыҡ-ара ололар көнө менән ысын йөрәктән ҡотлайбыҙ! Һеҙгә ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, бәхет һәм именлек теләйбеҙ! Тормошоғоҙ шатлыҡҡа күмелһен, балаларығыҙҙың һәм яҡындарығыҙҙың ихтирамын тойоп йәшәгеҙ!
Bashdram.Live: Республика көнөнә арнап

Ҡәҙерле дуҫтар, Башҡортостан Республикаһы көнөнә арналған онлайн-тамашаларҙы ҡарарға саҡырабыҙ. 11 октябрь – Шиғриәт кисәһе. Театрҙың артистары башҡарыуындағы шиғри шәлкемдәр матур бейеүҙәр, моңло йырҙар менән үрелеп бара. Тамаша 17.00 башлана (Мәскәү буйынса 15.00) Кисәне ҡарау өсөн һылтанма 11 октябрь – Илшат Йомағоловтың пьесаһы буйынса “Нәркәс” мелороматик трагедияһы. Режиссеры – Илдар Гиләжев. Нәркәс ролендә – Башҡортостандың атҡаҙанған […]
Беҙҙең сәхнәлә – Салауат театры гастролдәре

Салауат башҡорт дәүләт драма театры өсөн яңы миҙгел иҫтәлекле – театрға 90 йәш. Юбилей уңайынан театр коллективы 19 октябрь Өфөгә юллана. ⚡19 ОКТЯБРЬ – М.Ғафури ис. БАДТ сәхнәһендә Салауат башҡорт дәүләт драма театры Мөнир Ҡунафиндың «Кешелеккә тоғролоҡ» хикәйәһе буйынса “ТОҒРОЛОҠ” драмаһын тәҡдим итә. Инсценировка авторы – Зөһрә Бураҡаева, ҡуйыусы режиссеры – Лиана Ниғмәтуллина, ҡуйыусы рәссам […]
Mouse story (Сысҡандар мажараһы)

Д.Урбандың “Все мыши любят сыр” әкиәте мотивы буйынса Ҡуйыусы режиссер – Илсур Ҡаҙаҡбаев Композитор -Вәсил Ғафаров Рәссам – Карина Ситдикова Хореограф – Александр Родионов РОЛДӘРҘӘ: Лили – Миңзәлә Хәйруллина, Башҡортостандың халыҡ артисы Алһыу Бәхтиева, Башҡортостандың халыҡ артисы Мартон – Хәким Мортазин, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Юнир Ҡолонбаев Шома – Алмаз Йосопов Артур Кәбиров, Башҡортостандың […]
“…АТ УЙНАТЫП АЛДАН БАРА…” СПЕКТАКЛЕН КОМИССИЯ ҠАРАНЫ

Бөгөн, 19 сентябрь, 14:00 сәғәттә театрҙың ҙур сәхнәһендә “…Ат уйнатып алдан бара…” (З.Бураҡаева) спектакле күрһәтелде. Спектаклде Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендә Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премиялары буйынса комиссия ҡараны. Иҫегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ, М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының “…Ат уйнатып алдан бара…” спектакленең ижади төркөмө Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына тәҡдим […]
Башдрам.LIVE: “Ат уйнатып алдан бара!..” спектаклен онлайн күрһәтәбеҙ

Ҡәҙерле дуҫтар! 20 сентябрҙә киске сәғәт 9-ҙа (Мәскәү буйынса 19.00) Зөһрә Бураҡаева пьесаһы буйынса Хөрмәтулла Үтәшев ҡуйған “Ат уйнатып алдан бара!..” спектаклен онлайн күрһәтәбеҙ “Ат уйнатып алдан бара!..” спектакле – Башдрамтеатрҙың тамашасы яратып ҡараған иң рухлы, бай йөкмәткеле спектаклдәренең береһе. Тарих биттәрендә алтын хәрефтәр менән яҙылған башҡорт атлы дивизияһы һалдаттарының, Рәсәй геройы генерал Миңлеғәле Шайморатовтың […]
Лек Вәлиевтең яҡты иҫтәлегенә

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры коллективы, республика театрҙары вәкилдәре һәм әүҙем йәмәғәтселек танылған режиссер, РСФСР-ҙың һәм Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡорт АССР-ының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Лек Вәлиевты хәтергә алды. Режиссер ерләнгән Учалы районы зыяратына барып, уның иҫтәлегенә доға ҡылды. Кисен Учалы филармонияһында “…Ҡоштар осоп ҡайтмаҫ ерҙәрҙә булһаң да, һин мәңге беҙҙең хәтерҙә” […]
19 сентябрҙә “Ат уйнатып алдан бара!..” спектаклен өҫтәмә уйнайбыҙ

19 сентябрҙә М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының тамашасы яратып ҡараған иң рухлы, бай йөкмәткеле спектаклдәренең береһе, тарих биттәрендә алтын хәрефтәр менән яҙылған башҡорт атлы дивизияһы һалдаттарының, генерал Шайморатовтың батырлыҡтарын сағылдырған “Ат уйнатып алдан бара!” спектакле 19 сентябрҙә өҫтәмә күрһәтелә. Спектакль матур, сағыу, алыш алымдарын индергән хәрби-патриотик бейеүҙәр, рухлы йырҙар, хисле шиғырҙар менән байытылған. Миңлеғәле […]
Ырымбур гастролдәренә әҙерлек

9 һәм 10 ноябрҙә Ырымбур ҡалаһының М.Горький исемендәге Ырымбур өлкә дәүләт драма театрында М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының гастролдәре уҙасаҡ. Гастроль репертуарында — һуңғы йылдарҙа донъя күргән сәхнә әҫәрҙәре. Ырымбур тамашасыһына 3 спектакль тәҡдим ителәсәк, улар: 9 ноябрь – “Зөләйха күҙҙәрен аса” (Г.Яхина романы буйынса, Я.Пулинович инсц., режиссеры А.Абушахманов). Башлана 18.30 сәғәттә. 10 ноябрь […]
ГӨЛЛИ МӨБӘРӘКОВАҒА ИҪТӘЛЕКЛЕ ТАҠТАТАШ АСЫЛДЫ

Бөгөн, 2022 йылдың 9 сентябрендә 12.00 сәғәттә СССР-ҙың халыҡ артисы, Башҡортостан Республикаһының С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Өфө ҡалаһының Почётлы гражданы, профессор ГӨЛЛИ АРЫҪЛАН ҠЫҘЫ МӨБӘРӘКОВАҒА Өфө ҡалаһы, Энгельс урамының 5 йорт адресы буйынса урынлашҡан йорт фасадында иҫтәлеклет аҡтаташ асыу тантанаһы үтте. Тантанала Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, Башҡортостан Республикаһының Театр эшмәкәрҙәре берлеге рәйесе […]
Бөгөн – милли кейем көнө!

Милли кейем — халыҡтың эске булмышының сағылышы, мәҙәни мираҫы, быуындар бәйләнеше. Кеше үҙенең күңел донъяһын кейеме аша асып бирергә ынтылһа, милләттең дә йәшәү рәүеше, көнкүреше, эске донъяһы — тышҡы ҡиәфәтендә сағыла. Милли кейемдә – халыҡ тарихы. Һәр биҙәктә – тәрән мәғәнә, фәлсәфә… Милли кейем — милли төҫ, милли сифатты сағылдырған бер билдә генә түгел, ә […]
БАШДРАМТЕАТР ГАСТРОЛГӘ ЮЛЛАНА

М. Ғафури исем. Башҡорт академия драма театры гастролгә юллана. Тамашасы иғтибарына Салауат Әбүзәр пьесаһы буйынса ҡуйылған «Хыялый» спектакле һәм балалар өсөн сағыу, мажаралы “Mouse story” музыкаль әкиәтен тәҡдим итә. 27 сентябрь – Ҡараиҙел район мәҙәниәт һарайында балалар өсөн “Mouse story” музыкаль әкиәте. Әкиәт 12:00 һәм 13:30 сәғәттә башлана. ——————————— 28 сентябрь – Асҡын район мәҙәниәт […]
“Ҡоҙаса” яңынан сәхнәгә ҡайта

Тамашасыларҙың яратып ҡараған, театрыбыҙҙың йөҙөҡ ҡашы булған йырлы-бейеүле спектаклдәренең береһе Баязит Бикбайҙың “Ҡоҙаса” спектакле оҙайлы тәнәфестән һуң яңынан сәхнәгә ҡайта. Артистар хормейстер Әфәрим Аҡсурин менән йырҙарҙы ҡабатлай башланы ла инде. Әйткәндәй, Наза ҡоҙаса ролендә былтыр ғына театрға эшкә килгән йәш актриса Гүзәл Хәсәнова, Басирҙы актер Айнур Ситдиҡов уйнай. Күңелле музыкаль тамашаны яңы ижад миҙгелендә күрергә […]
Фидан Ғафаров юбилейына саҡыра

14 октябрь М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында Рәсәйҙең, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы, С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Өфө ҡалаһының Почетлы гражданы Фидан Ғафаровтың юбилей бенефисы үтә. Актер уны тамашасының иң яратҡан спектакле – “Бәхет хаҡы” музыкаль мелодрамаһы менән үткәрә. Билеттар һатыуҙа, уларҙы театр кассаһында һәм сайтында онлайн алырға мөмкин. Пушкин картаһы […]