М.Ғафури исем. Башҡорт дәүләт академия драма театры
[bvi text=""]

АЛТЫН АСҠЫС – REMAKE

Әкиәт илендә йәшәгән, ти, ағас малай – Буратино. Мәктәпкә барырға теләмәй, тик шаярырға һәм тәртип боҙорға ғына ярата ул. Шуға ла һәр ваҡыт төрлө мажараларға тарый. Кем һуң уның тәртибен ҡырҡа үҙгәртә? Кемдән малай Алтын асҡыс ала, кем ул ҡарт гөбөргәйел Тортила, Папа Карло, Карабас-Барабас? Мөғжизәләр яланына әйҙәгән хәйләкәр төлкө Алиса менән Базилио мыраубайҙан ҡасып ҡотола […]

ЧЕХОВ — УРОКИ

Инсценировка авторы һәм ҡуйыусы режиссер − Айрат Абушахманов, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостандың С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Костюмдар буйынса рәссам – Сулпан Азаматова Рәссам-яҡтыртыусы – Таһир Аҡманов Хореограф – Алина Мостаева РОЛДӘРҘӘ: Верочка Хикәйәсе − Руслан Хайсаров, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Иван Алексеевич Огнев − Линар Бәитов Кузнецов − Ринат Баймырҙин, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Ш.Бабич […]

ЕҘНӘКӘЙ

Аҡса эшләргә теләп, Ғиззәт яҡын дуҫы менән ҡалаға эшкә сығып китә. Әйтерһең, аҡыллы, эшһөйәр егетте ҡала байҙары көтөп кенә торған − нисек тә булһа егетте күндереп, кейәүгә сыға алмай ултырып ҡалған ҡарт ҡыҙҙарына өйләндереү яғын уйлай башлайҙар. Ярлы егеткә бәхет йылмая, байҙарса йәшәп китергә мөмкинлек тыуа. Ғиззәт, ҡотҡоға бирелеп, байҙарҙың тәҡдимен ҡабул итерме, әллә баш […]

ЕТЕ БЫУЫН. ЙӘШТӘР

Спектакль-вербатим – документаль театрҙың бер формаһы. Уның нигеҙендә реаль кешеләр менән әңгәмәләр ята. Бындай театраль технология тамашасыны үҙ эсенә йәлеп итә һәм уны спектаклдең бер ҡатнашыусыһына әйләндерә. Спектакль-вербатим “Ете быуын. Йәштәр” милли үҙенсәлек темаһын тикшерә. Тамырҙар менән тоташыу һәм заман менән бергә атларға ынтылыу… Бөгөнгө заман йәштәре быуындар бәйләнеше һәм халҡы тарихына үҙ битен яҙа. […]

ЕТЕ БЫУЫН. ҺАҠЛАУСЫЛАР

Спектакль-вербатим – документаль театрҙың бер формаһы. Уның нигеҙендә реаль кешеләр менән әңгәмәләр ята. Бындай театраль технология тамашасыны үҙ эсенә йәлеп итә һәм уны спектаклдең бер ҡатнашыусыһына әйләндерә. “Ете быуын. Һаҡлаусылар” спектакль-вербатимы Башҡортостандың бер районында йәйге экспедицияла тупланған материалдар буйынса әҙерләнде. Ул ваҡытта актерҙар ауылдарҙа йәшәүсе халыҡ менән аралашып, уларҙан үҙҙәре, тормоштары, тел, милләт, иман, дин, […]

ОСҠОН ОСТО, ЯНҒЫН СЫҠТЫ

Ни сәбәпле янғын килеп сығыуын һәм уны булдырмау өсөн нимә эшләргә, балаларға янғындан һаҡланыу саралары, янғынды нисек һүндереү алымдары әкиәт геройҙары аша аңлатыла. Был тамашаны һәр балаға күрһәтергә кәрәк. Хәүефһеҙлек мәсьәләһе бик етди һәм яуаплы. Автор – Ангиза Ишбулдина Ҡуйыусы режиссер – Фирғәт Ғарипов, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Ҡуйыусы рәссам – Сулпан Азаматова Рәссам-яҡтыртыусы – Рушан Фәйзуллин Композитор – Урал […]

ЙӘШ ЙӨРӘКТӘР

Ауыл ҡыҙҙары аулаҡҡа йыйылған. Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ, йөрәктәрҙең дәртле сағы… Бер-береһен оялып ҡына күҙләй, ғашиҡ булалар һәм бөрөләнеп килгән хистәрен сайпылдырмай һаҡлай ауыл йәштәре. Улар араһында һылыу Сәрби һәм сая егет Хәйретдин дә бар. Йәштәрҙең – илһамлы, дәртле йәш йөрәктәрҙең – хыялдар тулы тормошона һуғыш килеп инә: егеттәр фронтҡа алына, ҡыҙҙар йәрәшкән батырҙарын көтөп алырға вәғәҙә […]

ТЕАТР ТИГӘН СИХРИ ДОНЪЯҒА СӘЙӘХӘТ

Серле лә, тылсымлы ла донъя ул театр. Тамашасылар залда спектаклдең иң һуңғы өлөшөн – әҙер спектаклде күрә. Ә уны сәхнәгә сығарыр өсөн күпме кешенең хеҙмәте ята?! Премьера әҙерләнә  башлағанда бар цехтар, бүлектәрҙә эштәр гөрләп тора. Декорацияның макеттары эшләнә, костюмдарҙың эскиздары төшөрөлә, реквизиттар яһала… Бөгөн Ҡ.А. Дәүләткилдеев исемендәге республика һынлы сәнғәт гимназия-интернатының бер төркөм уҡыусыларына ошо […]

ҠОТЛАЙБЫҘ! Башҡортостандың халыҡ артисы АЛҺЫУ БӘХТИЕВА “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” Бөтә Рәсәй конкурсының “Ҡатын-ҡыҙ – мәҙәниәттә” номинацияһында еңеү яуланы!

Сәхнәлә бихисап сағыу образдар тыуҙырған, үҙенең моңло тауышы менән тамашасы күңелен яулаған, йәмғиәт эшендә әүҙем ҡатнашҡан актриса, Башҡортостандың халыҡ артисы Алһыу Бәхтиеваны “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” Бөтә Рәсәй конкурсының премияһына лайыҡ булыуы менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ! Алһыу Исмәғил ҡыҙы бәйгенең “Ҡатын-ҡыҙ – мәҙәниәттә” номинацияһында еңеүсе тип танылды. 7 йыл элек “Башҡортостан Республикаһы башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһы” […]

Беҙҙең “БУРАТИНО”ға 12 ЙӘШ!

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры репертауарында барған «Алтын асҡыс – REMAKE» исемле музыкаль мажараның премьераһына бөгөн теүәл 12 йыл. Ошо ваҡыт эсендә ағастан юнып эшләнгән малай – Буратино хаҡындағы әкиәт 300-ҙән ашыу тапҡыр сәхнәлә уйналған, уны 100 меңгә яҡын тамашасы ҡараған. Алексей Толстой әҫәре буйынса сәхнәләштерелгән спектаклдең инценировка авторы һәм ҡуйыусы режиссеры […]

ИЛШАТ ЙОМАҒОЛОВТЫ ХӘТЕРГӘ АЛЫП…

“Йондоҙҙар төнөн һөйләшә…” тип аталды Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, драматург, педагог Илшат Хәлил улы Йомағоловтың тыуыуына 90 йыл тулыуға арналған Хәтер кисәһе. Башҡорт милли театр сәнғәтен һәм драматургияһын үҫтереүгә тос өлөш индергән арҙаҡлы шәхестең Хәтер һәм Ҡәҙер кисәһенең сценарий авторы – Башҡортостандың халыҡ артисы Рәмзиә Хисамова, режиссеры – билдәле кинорежиссер, актер Айсыуаҡ Йомағолов. Хәтер […]

Билдәле актер, драматург һәм педагогтың хәтер кисәһе

21 декабрҙә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында күренекле актер, драматург, педагог, Башҡорт АССР-ының һәм РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы Илшат Йомағоловтың Хәтер кисәһе үтәсәк. Быйыл уның тыуыуына 90 йыл. “Йылғалар төнөн һөйләшә…” исемле сарала актер хеҙмәт һәм ижад юлын башлаған Мәжит Ғафури иесмендәге Башҡорт академия драма театры һәм быйылдан алып уның исемен йөрөткән – […]

Беҙҙең театр тураһында документаль фильм

М.Ғафури исемендәге  Башҡорт дәүләт академия драма театры тураһында документаль фильм төшөрүҙәре хаҡында беҙ яҙып үткәйнек инде. Башҡорт театры тураһындағы фильм “Картотека. Театрҙар” тип аталған ҡыҫҡа метрлы документаль фильмдар циклына ингән. Авторы Елизавета Замыслова, режиссеры – Александр Замыслов (Мәскәү) Фильмды төшөрөүселәр милли театрҙың актерҙары, режиссерҙары, тамашасыларының портретын, шаршау арты донъяһын, милли костюмдарҙы, боронғо көйҙәрҙе тасуирлап Башдрамтеатрҙың […]

Композитор Урал Иҙелбаев юбилейына арнап…

Танылған композитор, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Ш.Бабич исемендәге Йәштәр дәүләт республика премияһы лауреаты,  беҙҙең театр оркестры етәксеһе, театрҙың музыкаль бүлеге етәксеһе, күп спектаклдәргә көйҙәр авторы Урал Иҙелбаевтың 50 йәшлек юбилейына арнап, республика театр-концерт ойошмаларында композиторҙың концерттары һәм спектаклдәренән торған шәлкем тәҡдим итәбеҙ: 🔹2 декабрь  М.Ғафури ис.Башдрамтеатрында – башҡорт халыҡ эпосы буйынса  “Урал батыр” спектакле – […]

“Серле Ҡыш бабай” акцияһын иғлан итәбеҙ

М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры “Серле Ҡыш бабай” Яңы йыл хәйриә акцияһын иғлан итә Яңы йыл алдынан беҙ бөтәбеҙ ҙә ниндәйҙер мөғжизә көтәбеҙ,  йәше лә, ҡарты ла шуға ышанып йәшәй. Бигерәк тә, балалар бүләктәр, байрам кәйефен таратыусы, уларҙың иң изге теләктәрен тормошҡа ашырыусы Ҡыш бабайҙы түҙемһеләнеп көтә. Әлбиттә, был байрам осоронда һәр ата-әсә лә […]

ҠЫҘЫЛ ПАША

Ҡуйыусы режиссер – Айрат Абушахманов, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, С.Юлаев исем. дәүләт премияһы лауреаты Ҡуйыусы рәссам – Альберт Нестеров, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, С.Юлаев исем. дәүләт премияһы лауреаты, С.Юлаев ордены кавалеры Композитор – Рәмис Хәкимов Инсценировка авторҙары – Айрат Абушахманов, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, С.Юлаев исем. дәүләт премияһы лауреаты, Динара Ҡәйүмова Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре […]

НУРИЯ ИРСАЕВАҒА ОРДЕН ТАПШЫРЫЛДЫ

Беҙҙең театрыбыҙҙың легендаһы, тамашасыларҙың яратҡан актрисаһы, Башҡортостандың, Татарстандың һәм Рәсәйҙең халыҡ артисы, С.Юлаев дәүләт премияһы лауреаты, Өфөнөң почетлы гражданы Нурия Исхаҡ ҡыҙы Ирсаеваға Салауат Юлаев ордены тапшырылды. Нурия Исхаҡ ҡыҙын был награда менән ихлас ҡотлайбыҙ һәм ныҡлы сәләмәтлек, оҙон ғүмер теләйбеҙ.

ҠОТЛАЙБЫҘ!

Бөгөн театрыбыҙҙың гүзәл актрисаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Гөлфиә Булат ҡыҙы Рафиҡоваға Башҡортостандың халыҡ артисы тигән маҡтаулы исеме бирелде! Театр коллективы исеменән Гөлфиә Булат ҡыҙын матур награды менән ихлас ҡотлайбыҙ! Киләсәктә лә ижади уңыштар, артылыштар, төрлө ҡыҙыҡлы ролдәр һәм илһамлы тормош теләйбеҙ.

ӨФӨЛӘ КАМАЛ ТЕАТРЫ ГАСТРОЛДӘРЕ ТАМАМЛАНДЫ

Өфөлә Ғ.Камал исемендәге Татар дәүләт академия театры гастролдәре тамамланды. Труппа тамашасыларға милли һәм бөтә донъя классик әҫәрҙәре, шулай уҡ хәҙерге авторҙарҙың пьесалары буйынса һигеҙ спектакль ҡуйҙы. Гастролдәр афишаһында һуңғы миҙгел премьералары тәҡдим ителде. Гастролдәрҙең рәсми асылышы Нур театры сәхнәһендә Фәрит Бикчәнтәев сәхнәләштергән «Һүнгән йондоҙҙар» (К.Тинчурин) спектакле менән асылды. Ә гастролдәр М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма […]