ЛИНАР БӘИТОВ – ҺҮҘ ОҪТАҺЫ!

“Һүҙ оҫтаһы” республика нәфис һүҙ оҫталары конкурсында театрыбыҙҙың йәш актеры Линар Бәитов I урынға лайыҡ булды! 14 ноябрҙә Б.Йосопова исемендәге Актерҙар Йортонда республика театрҙарында эшләүсе профессиональ артистар һәм З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты студенттары ижади бәйгегә йыйылды. Конкурста Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры данын актерҙар Айҙар Шәмсетдинов һәм Линар Бәитов яҡланы. […]
ВНУТРИ МЕНЯ ЦУНАМИ

“Внутри меня цунами» – это уникальный спектакль для нашего театра, к которому пьесы были написаны подростками города Уфы. Пьесы были написаны в рамках Проекта «ДрамКвадратик» под руководством шеф-драматурга Ангизы Ишбулдиной, где дети и подростки учились писать свои первые в жизни пьесы на волнующие их темы. После успешного показа режиссерских эскизов, руководством театра было принято решение, поставить спектакль, состоящий […]
ӨФӨЛӘ МИЛЛИ ТЕАТР МӘКТӘБЕ УҠЫУҘАРЫ БАШЛАНА

18 ноябрҙән 20-нә тиклем М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында “Хәҙерге заман милли театрында менеджмент нигеҙҙәре” тигән квалификация үҫтереү буйынса мәғариф программаһы ойошторола. Милли театр мәктәбе – ул илебеҙҙең билдәле театр эксперттарының йәш театраль менеджерҙар һәм продюсерҙарға үҙҙәренең бай тәжрибәһе менән бүлешеү өсөн уникаль мәғариф майҙан. Был Бөтә Рәсәй мәғариф проекты Санкт-Петербургтағы Александринский театр һәм […]
ИҒТИБАР

М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры Рәсәйҙең Украинала үткәрергә мәжбүр булған махсус хәрби операцияһын ҡеүәтләй. Театр бөтә Рәсәй халҡына берҙәй булған рухи байлыҡтарҙы пропагандаларға тейеш. “Зөләйха күҙҙәрен аса” романының авторы Гүзәл Яхина былай тип әйтә: “2022 йылдың 24 февралендәге яңылыҡтар мине иҙҙе. Минең донъям баштүбән генә әйләнмәне, а тотошлай емерелде”. Ләкин һигеҙ йыл буйына […]
ИРШАТ ФӘЙЗУЛЛИН МИЛЛИ ТЕАТРҘАР ҺОРАУҘАРЫНА АРНАЛҒАН ТҮҢӘРӘК ӨҪТӘЛДӘ ҠАТНАША

М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының директоры Иршат Фәйзуллин Санкт-Петербургта “Донъя мәҙәниәте контексында милли театр: һынауҙар һәм мөмкинлектәр” тигән Халыҡ-ара түңәрәк өҫтәлендә ҡатнаша. Сара сиктәрендә К.И.Россиҙың тыуыуына 190 йыл тулыуға арналған программа: К.И.Россиҙың бюсын, уға арналған күргәҙмәне асыу, экскурсия ҡаралған. Шулай уҡ Александринский театрының художество етәксеһе В.В.Фокиндың спектакленең премьераһы үтә. Белешмә өсөн: Милли театрҙар Ассоциацияһына […]
НОЯБРЬ АЙЫ ГАСТРОЛДӘРЕ

Бөгөн М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры Ырымбурға гастролгә юлланды. Гастроль репертуарында — һуңғы йылдарҙа донъя күргән сәхнә әҫәрҙәре. 9 һәм 10 ноябрҙә Ырымбур ҡалаһының М.Горький исемендәге Ырымбур өлкә дәүләт драма театрында Ырымбур тамашасыһына 3 спектакль тәҡдим ителәсәк. Бөгөн, 9 ноябрь тамашасы иғтибарына «Бәхет хаҡы» (Х.Мөҙәрисова, реж. А.Абушахманов) спектакле тәҡдим ителәсәк. Башлана 18.30 сәғәттә. Иртәгә, […]
КАМАЛ ТЕАТРЫНЫҢ ӨФӨЛӘГЕ ГАСТРОЛДӘРЕ БАШЛАНА

Иртәгә, 9 ноябрҙә, Ғ.Камал исемендәге Татар дәүләт Академия театрының “Ҙур гастролдәр”е башлана. Спектаклдәр 16 ноябргә тиклем Өфө «Нур» татар дәүләт театры һәм беҙҙең театр сәхнәләрендә үтәсәк. Ғ.Камал театры Өфө тамашасыһына репертуарындағы иң-яҡшы 8 спектаклен тәҡдим итә, улар араһында һуңғы йылдарҙағы премьералар ҙа бар: НУР ТЕАТРЫ: 9 ноябрь, “һҮНГӘН ЙОНДОҘҘАР”, Кәрим Тинчурин 10 ноябрь, “ХУШ, АУЫЛЫМ”, […]
БАЙРАМ МЕНӘН!

Бөгөн беҙҙең илдә ХАЛЫҠТАР БЕРҘӘМЛЕГЕ КӨНӨ билдәләнә! Был оло байрам төрлө милләт халыҡтарын берләштерә, тыуған илебеҙҙә дуҫлыҡҡа һәм татыулыҡҡа дан йырлана. Һеҙҙең барығыҙға ла бәхет, тыныслыҡ, ныҡлы һаулыҡ, күңел йылыһы, башлаған эштәрегеҙҙә һәм яулаған үрҙәрегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ! Күк йөҙө – һәр саҡ аяҙ, тыныс, һәр атҡан таңдар – алһыу, көндәребеҙ – ҡояшлы булһын, республикабыҙ халҡы […]
АРТУР КӘБИРОВТЫҢ ОНЛАЙН-КОНЦЕРТЫ

Ҡәҙерле дуҫтар! 4 ноябрҙә беҙҙең театрҙың Ютубе-каналында Ш.Бабич исем. Республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, С. Юлаев исем. Дәүләт премияһы лауреаты Артур Кәбировтың акустик концертын онлайн ҡарарға була. Концерты ҡарау бушлай, ул 21.00 (Мәскәү буйынса 19.00) башлана Концерты онлайн ҡарау өсөн һылтанма бында
“БАЛАМ” СПЕКТАКЛЕ РӘСӘЙҘЕҢ ИҢ КҮРЕНЕКЛЕ СПЕКТАКЛДӘРЕ ИСЕМЛЕГЕНӘ ИНДЕ

“Алтын битлек” Рәсәй милли театраль премияһы эксперттары быйылғы номинанттарын һәм лонг-листын иғлан итте. 2021-2022 миҙгелдә иң күренекле спектаклдәр исемлегенә М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының “Балам” спектакль-терапияһы (Виктория Емелева, реж. Илшат Мөхөтдинов) инде! Был социаль проект аутизм менән ауырыусы балаларҙың ата-әсәләренең һөйләгәндәренән яҙып алынған. Бик көтөп алған, ҡәҙерләп кенә тапҡан балаңа ҡапыл «аутизм» диагнозы ҡуйһындар […]
НУРИЯ ИРСАЕВАНЫҢ ЮБИЛЕЙ КИСӘҺЕ!

28 октябрҙә М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында Рәсәйҙең, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисткаһы, С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Өфө ҡалаһының почетлы гражданы Нурия Ирсаеваның “Нурияның нурлы таңдары” исемле юбилей кисәһе уҙҙы. Был көндө юбиляр адресына бик күп телеграмалар килде, матур теләктәр һәм йылы һүҙҙәр әйтелде. Ҡотларға тип Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, БР […]
БЕҘҘЕҢ ДУҪТАРЫБЫҘҘЫҢ – КАМАЛ ТЕАТРЫНЫҢ ГАСТРОЛДӘРЕ

Бөгөн, 28 октябрҙә, “Рәсәй” медиацентрында 9 ноябрҙән 16 ноябргә тиклем Өфөлә уҙасаҡ Ғ.Камал исемендәге Татар дәүләт Академия театрының гастролдәренә бағышланған матбуғат конференцияһы уҙҙы. Конференцияла ҡатнаштылар: Фәйзуллин Иршат Ишбулат улы – Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры директоры, Ғәбиҙуллин Фирҙәт Фәрид улы – «Нур» татар дәүләт театры директоры, Яҡупов Ильфир Илшат улы – Ғ.Камал исемендәге […]
28 ОКТЯБРЬ — НУРИЯ ИРСАЕВАНЫҢ ЮБИЛЕЙ КИСӘҺЕ!

28 октябрҙә М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында Рәсәйҙең, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисткаһы, С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Өфө ҡалаһының почетлы гражданы Нурия Ирсаеваның “Нурияның нурлы таңдары” исемле юбилей кисәһе үтәсәк. Нурия Исхаҡ ҡыҙының ижадына һәм матур ғүмер байрамына арналған кисәлә танылған сәхнә йондоҙҙары һәм театрыбыҙ актерҙары ла ҡатнаша. Был матур көндө Нурия Ирсаева […]
МОСТАЙ КӘРИМДЕҢ ТЫУҒАН КӨНӨНӘ АРНАП…

20 октябрҙә Башҡортостандың халыҡ шағиры, драматург, яҙыусы Мостай Кәримдең тыуыуына 103 йыл тулыр ине. “Беҙ Башҡорт театры менән бер йылғы – яҙмышыбыҙ ҙа уртаҡ беҙҙең”, – тип әйтә торғайны Мостафа Сафа улы. Драматург булараҡ та Мостай Кәрим тап Башдрамтеатр сәхнәһендә танылыуы сер түгел. Уның әҫәрҙәре буйынса ҡуйылған спектаклдәр театрыбыҙ тарихының биттәренә алтын хәрефтәр менән яҙылған. […]
ФИДАН ҒАФАРОВ ЮБИЛЕЙЫЕ БИЛДӘЛӘНЕ

14 октябрҙә М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының Ҙур сәхнәһендә театрыбыҙҙың алдынғы актерҙарының береһе, Рәсәйҙең, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы, С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Салауат Юлаев һәм Халыҡтар Дуҫлығы ордендары кавалеры, Өфө ҡалаһының Почетлы гражданы Фидан Ғафаров үҙенең юбилейын билдәләне. Был көндө юбиляр адресына бик күп телеграмалар килде, матур теләктәр һәм йылы һүҙҙәр әйтелде. […]
«Шағир көндәлеге» фильмының ябыҡ премьераһы үтте

Ошо көндәрҙә «Родина» кинотеатрында Булат Йосоповтың «Шағир көндәлеге» фильмының ябыҡ премьераһы күрһәтелде. «Бабич» һәм «Беренсе Республика» фильмдары ингән «Беренсе Республика» милли трилогияһының һуңғы картинаһы Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тормошона һәм ижадына бағышланған. Рәми Ғариповтың төрлө осорҙағы образын беҙҙең театр актерҙары – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Ш.Бабич исемендәге Республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Артур Ҡунаҡбаев һәм […]
Фидан Ғафаров юбилейын билдәләй

Рәсәйҙең, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы, С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Өфө ҡалаһының почетлы гражданы, Халыҡтар Дуҫлыҡ ордены кавалеры Фидан Сафа улы Ғафаровты 75 йәшлек күркәм юбилейы ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Фидан Ғафаров тыуҙырған образдар халыҡ күңелендә яҡты хәтирәләр булып хаҡлана. Ошо тиҫтә йылдар эсендә актер башҡарған бик күп, төрлө характерҙағы, халыҡсан, фәһемле, ҡабатланмаҫ […]
Генерал-майор Шайморатов һәйкәлен асыуҙа ҡатнаштыҡ

Башҡортостан Республикаһы көнөндә легендар генерал-майор Миңлеғәли Шайморатовҡа һәйкәл асылды. Был тантанала беҙҙең театр ҙа “Ат уйнатып алдан бара” спектакленән өҙөк менән ҡатнашты. Спектаклдең режиссеры – Х.Үтәшев, пьеса авторы – З.Бураҡаева.
Ҡотлайбыҙ!

Башҡортостандың, Татарстандың, Рәсәйҙең халыҡ артисы, С. Юлаев ис. дәүләт премияһы лауреаты, Өфө ҡалаһының почетлы гражданы Фидан Сафа улы Ғафаров Халыҡтар дуҫлығы орденына лайыҡ булды! Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, именлек һәм илһамлы тормош теләйбеҙ!,
С.Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаттарын ҡотлайбыҙ!

Бөгөн “Башҡортостан” дәүләт концерт залында М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының “Ат уйнатып алдан бара” спектакленең ижади төркөмө, Ш.Бабич исемендәге Республика Йәштәр премияһы лауреаттары – Шайморатов ролен башҡарыусы Артур Кәбировҡа, пьеса авторы Зөһрә Бураҡаеваға, бейеүҙәр һәм пластик хәрәкәттәр ҡуйыусы Рәйес Низаметдиновҡа Башҡортостан Республикаһының Әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендәге Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы тапшырылды. Һеҙгә […]